0%

Әсәйем ҡояш кеүек(шиғыр). Роза Ғәббәсова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Әсәйем ҡояш кеүек ( шиғыр )
автор Роза Ғәббәсова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Әсәйем ҡояш кеүек


Ҡояшҡайым нурын һибеп,
Еребеҙҙе иркәләй.
Әсәкәйем мине һөйөп,
Яратам, тип иркәләй.
Ҡояшҡайым балҡып тора,
Йылмая әсәм кеүек.
Әсәкәйем йылы бирә,
Күктәге ҡояш кеүек.
Ерҙәге бөтә әсәләр
Оҙон ғүмерле булһын.
Бала булған һәр йортобоҙ
Йылылыҡ менән тулһын.

 


2006 йыл